Өфөлә Ростех корпорацияһының етештереү-уҡытыу үҙәге Башҡортостан заводтары өсөн белгестәр әҙерләй

Үҙҙәренә кадрҙар әҙерләп. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһендә Ростех корпорацияһының етештереү-уҡытыу үҙәге Башҡортостан заводтары өсөн белгестәр әҙерләй. Был Рәсәйҙәге беренсе майҙансыҡ. Унда эшсе һөнәрҙәрҙен үҙләштереү буйынса заманса программа тормошҡа ашырыла Уҡытыу үҙәгендә белем алыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Уҡытыу үҙәгендәге ҡоролмаларҙан айырым завод төҙөп булыр ине. 12 лаборатория, токарь, фрезерлау, шымартыу, слесарь участкалары... Быларҙың барыһы ла студенттарҙы уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алған студенттарҙы Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе Ростех менән Башҡортостан араһында төҙөлгән статегик партнерлыҡ килешеүе нигеҙендә уҡыта. Әле етештереү-уҡытыу үҙәгендә тәүге практикаһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филалы студенттары үтә.

Еңел булмаған һөнәргә ҡыҙҙар ҙа өйрәнә.

Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алған 27 студент үҙәктә слесарь һөнәрен үҙләштерә. Улар тәжрибәле остаз етәкселегендә деталдәрҙе дөрөҫ эшләү тәртибенә өйрәнә, уҡыу тамамланғас егет-ҡыҙҙарға 3-сө разряд бирелә. Әлеге ваҡытта студенттар билдәләү, бысаҡ менән эшкәртеү, бырауҙар өсөн кассеталар әҙерләү проекттарын үҙләштерә.

Әле «Ростех» етештереү-уҡытыу үҙәгендә 2 меңдән ашыу тыңлаусы белем ала. Улар араһында урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ғына түгел, һөнәрен алмаштырырға теләүсе өлкәндәр ҙә бар. Бында комплекслы мультиквалификация алырға, йәғни бер юлы 5-6 һөнәр үҙләштерегә мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ