Өфө программистары милли технологиялар конкурсында еңеү яулап 100 миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды

Башҡортостан командаһы составында өс кеше - Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин,Тимур Иҙрисов. Улар өсөһө лә республикалағы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Егеттәр юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса программа әҙерләгән. Ошо маҡсатта улар 6 мең мәғлүмәтте, йәғни фотоһүрәттәрҙе һәм кординаталарҙы үҙ эсенә алған күләмле база туплаған. Нейроселтәр ярҙамында пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланып юғалған кешеләрҙе табып була.

«Ашығыс эҙләү» милли технологиялар конкурсы «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм Мәскәү физика-техник университеты тарафынан ойошторолған. Рәсәй кимәлендәге ярышта бөтәһе 12 команда ҡатнашҡан. Өфө егеттәренең юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса программаһы илдә иң яҡшыһы тип табылған. Был программа төрлө урында йәшенгән 18 кешенең 16-һын таный алған. Кешеләр ағастар артына йәшеренгән, артыҡ күҙгә ташланмаған костюмдар кейгән. Йәш программистарҙың асышы хәҙер «ЛизаАлерт» отряды ирекмәндәренә еңел булмаған эштәрендә ярҙам итә ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ