Үҙәк Банктан хәбәр итеүҙәренсә, бер айҙа был күрһәткес яҡынса 1 процентҡа артҡан. Ноябрҙә емеш һәм йәшелсә, йомортҡаға хаҡ күтәрелгән, туризм һәм пассажирҙар йөрөтөү хеҙмәттәре ҡиммәтләнгән. Эксперттар фекеренсә, йыл аҙағына инфляция 7,5 процент кимәлендә ҡалырға тейеш.




