Республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, был программа хәрби наградалар менән бүләкләнгән һалдаттар йәки алғы һыҙыҡта һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән.
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре һаулыҡтарын да нығыта ала. Бының өсөн бушлай сертификат тапшырыла. Әле республикала 14 шифахана менән килешеү төҙөлгән. Наталья Полянская дауам итә.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы булдырылған.







