Киләһе йылдан Башҡортостанда “Ҡала тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла башлай

Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға  мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. “Абруйлы чемпионаттарҙа еңеү яулаған спортсылар һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн махсус дәүләт стипендияларын булдырҙыҡ. Әле уны 73 спортсы һәм тренер ала. “Ауыл тренеры”  проекты барышында  түләүҙең күләмен 600 меңдән миллион һумға тиклем арттырҙыҡ. Киләһе йылда “Ҡала тренеры” проектын башлайбыҙ”, — тине Радий Хәбиров.

Киләһе йылдан Башҡортостанда “Ҡала тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла башлай

“Ҡала тренеры”  программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе Башҡортостан хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Унда 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа “Ауыл тренеры” проекты кеүек программа талап ителеүе билдәләнде. Был проект ҡалаларҙа эшләмәй, тренерҙарға ихтыяж бар.

Фото №1 - Киләһе йылдан  Башҡортостанда “Ҡала тренеры”  проекты ғәмәлгә ашырыла башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ