Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар 23 йәше тулғас социаль түләү менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡабул иткән законға ярашлы, торлаҡ сертификатын ипотеканы ҡаплау йәки башҡа төбәктә йорт һатып алыуҙа ҡулланырға рөхсәт ителә. Закон проекты Республика Башлығына ебәрелгән.







