Яңы йылға - яңы транспорт. Бөгөн Башҡортостан башлығы тиҫтәнән ашыу дауаханаға заманса күсмә медицина комплексы асҡыстарын тапшырҙы. Транспорт саралары таулы-урманлы юлдарҙа ла, ҡатмарлы һауа шарттарында ла эшләүгә иҫәпләнгән. Автомобилдәр паркын яңыртыу урындарҙа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуҙа төп бурыстарҙың береһе булып тора, тине Радий Хәбиров. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
30 йылға яҡын водитель булып эшләгән Илдус Латипов заманса транспортҡа ҡыуанып бөтә алмай. Йылы, уңайлы, хәүефһеҙ. Алыҫ ауылдарға ла, юлһыҙ зонаға ла тотҡарлыҡһыҙ барып етергә мөмкин.Тәжрибәле водителгә иҫке автомобилдәрҙә юл михнәтен күп татырға тура килә. Ә юлда боҙолоу, ваҡытында өлгөрмәү кеше ғүмере өҙөлөүгә килтереүе лә ихтимал.
Башҡортостан башлығы заманса медицина комлекстары асҡысын 14 дауаханаға тапшырҙы. Башҡортостанда ауылдар күп, ә яңы транспорт сараһы беренсел медицина звеноһын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Яңы техника сәләмтлек поездары составында ла ҡулланыласаҡ, тине Радий Хәбиров.
Заманса медицина комплекстары федераль ҡаҙна иҫәбенә алынған. Автомобилдәр төрлө сирҙәрҙе асыҡлау, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыған. Мәҫәлән, Мәләүез үҙәк район дауаханаһына күсмә флюорография, мамография кабинеттары тапшырылды.
Күсмә медицина техникаһы төпкөл ауылдарҙа ғына түге. предприятие-ойошмаларҙа медицина тикшереүе уҙғарғанда ла уңайлы. Хеҙмәткәрҙәр эш урынында уҡ диагностика үтә ала. Транспорт паркын яңыртыуҙан тыш яңы йылға тиклем Баймаҡ, Дыуан райондарында поликлиника, Мәсетле районыда ашығыс медицина ярҙамы станцияһы менән дауахана сафҡа индерелә.
Рәмзиә Кәримова



