Именлек хеҙмәте булдырылыуға - 106 йыл. Һөнәри байрам уңайынан ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Террорға, сәйәси һәм дини экстремизмға, ришүәтселеккә, наркобизнес һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыусы һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре йәмғиәттә тотороҡлоҡ, тәртип һаҡлап , ил тыныслығы өсөн ҙур өлөш индерә тип билдәләне, Радий Хәбиров
Бынан тыш, именлек хеҙмәте вәкилдәре профессиональ байрамын билдәләй. Уларҙың күбеһе бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә һөнәри бурысын үтәй, Ватан һағында тора. Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре быйыл Башҡортостанға ил Президенты Владимир Путиндың килеүен тәьмин итеүгә, Рәсәй-Белоруссия халыҡ-ара форумы һәм башҡа ҙур сараларҙы уҙғарыуға ла күп көс һалды.



