Өфө эргәһендәге Зинин үткәүеле 29 декабрҙә асылыр тип көтөлә

Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.

Ғинуар- октябрь айҙарында иҡтисади килем 1 триллион 269 миллиард һум тәшкил иткән. Сәнәғәт производствоһы күләме 940 миллиард һум. Һандар уҙған йылдар менән сағыштырғанда, юғары.

Иҡтисад өсөн мөһим күрһәткес буйынса быйыл Өфө илдең миллионлы ҡалалары араһында, Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, 1-се урынды биләй тип сығыш яһаны ҡала мэры. Өфө ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә.

1 декабргә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 995 мең квадрат метрға еткән. Башҡортостан Башлығы Өфө ҡала хакимиәтендәге күргәҙмә менән дә танышты. Экспозиция баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерләнгән сувенирҙар ҡуйылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ