«Күмәкләгән-яу ҡайтарған». Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәсәй яугирҙарына тылдан йөрәк йылыһы еткереүселәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Наталья Корчагина был парафин пластиналарҙы Санкт-Петербургтан посылка менән почта аша яҙҙырып ала. Парафиндың сәләмәтлеккә зыяны юҡ. Бер ҡаптағы ауырлығы 22 килограмм самаһы тарта, хаҡы мең ярым. 20 килограмм парафин 70 банка окоп шәме эшләргә етә.
Ҡатырғалар йәбештерелгән целлофандан ентекле таҙартыла. Был окоп шәмдәрен ҡулланғанда зарарлы төтөн таралмаһын өсөн хәрбиҙәр хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу маҡсатында эшләнелә.
Окоп шәмдәре сәнәғәт күләмендә етештермәһәләр ҙә, Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары был шөғөлдәренән баш тартырға йыйынмай. Уларҙың теләге бер - ир-егеттәр махсус хәрби операциянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.
Татьяна Белкина хаҡлы ялдағы юрист. Махсус хәрби операция башланыу менән ул йорт шарттарында шлем һәм маскировка селтәрҙәре бәйләү менән шөғөлләнә.
Благовещен ҡалаһы ҡорамында иһә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү аҙнаның һәр көнөндә башҡарыла. Маскировка селтәрҙәре үреүсе ҡатын-ҡыҙҙарға йәкшәмбе мәктәбе махсус урын бүлгән.
Халыҡтан йыйылған гигиена кәрәк-яраҡтары, шифалы үләндәр, аҙыҡ-түлек туланмаһы һәм һәр ғаиләнән яҡындарына посылкалар тиҙҙән гуманитар конвой менән Донбассҡа оҙатыласаҡ.
Был маскировка япмаһы ҡышҡы миҙгелдә ҡулланыу өсөн. Хаҡлы ялдағы Татьяна Белкина 29 шлем һәм 13 маскировка япмаһы бәйләп алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан.Благовещен халҡы беҙҙең һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлау һәм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
Гүзәл Борханова






