Баш ҡала урамдары ҡарҙан таҙартыла

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала епшек ҡар яуыуы, урыны менән яуым-төшөмдөң көсәйеүе тураһында хәбәр итә. Айырым райондарҙа буран сығыуы, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Бөгөн көн дауамында баш ҡала урамдары ҡарҙан таҙартылды. Техникалар колоннаһы, юлсылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләне. Өфөнөң Совет районы биләмәһенә генә бөгөн ике тиҫтәгә яҡын берәмек техника йәлеп ителде. Юлсылар ҡар таҙартыуҙа тотҡарлыҡ яһамаҫ өсөн автоһәүәҫкәрҙәрҙе машиналарын тәғәйен урындарҙа ғына ҡалдырыуҙы һорай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ