Ике тәгәрмәсле тулы приводлы роботты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләгән. 90 килограмлыҡ, горизонталь спиннерлы техниканы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.
Рингта Башҡортостандан «Урал батыр» менән Санкт Петербургтан «Energy girls» алыша. «Көрәшселәр» менән робототехниктар командаһы идара итә. Ярышыусылар бер-береһенең роботтарын сафтан сығарырға, хәрәкәтһеҙләндерергә йәки аренанан төшөрөргә ынтыла. Барыһы ла ысын спорттағы кеүек. Нокаут менән еңмәгән осраҡта, алышты судьялар баһалай. Башҡортостан роботы ысын батыр булараҡ ҡыҙҙар командаһына урынын бирҙе.
«Урал батыр» роботы менән Пермь ҡалаһында үткән «Роботтар алышы» халыҡ-ара чемпионатында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ фииалы студенттары ҡатнашты. Тулы приводлы ике тәгәрмәсле робот, 10 килограмлыҡ горизонталь ротор һәм өҫтәмә шар рәүешендәге таяу менән йыһазландырылған. Әле техника тағы ла мондернизациялана.
Өфө фән һәм технологиялар университетының иң ҙур филиалында роботты модернизациялау конструктор бюроһында ғәмәлгә ашырыла. Унда студенттар профессиональ эшмәкәрлек аша һәләттәрен асып ҡына ҡалмай, илдең технологик үҫеше өсөн кадрҙар әҙерләнә. Стәрлетамаҡ филиалы буласаҡ студенттарын бәләкәй саҡтан уҡ тәрбиәләй. Был маҡсатта уҡыу йортонда технопарк булдырылған, әле унда 300-гә яҡын бала шөғөлләнә.
Радмир комьютер уйындарын уйнамай, ә уларҙың программаһын төҙөй. Малай үҙенең 11 йәшендә 20-гә яҡын программа яҙған. Яңы йыл алдынан иһә, яҡындарына открытка эшләй.
Белгестәр әйтеүенсә, яҡын киләсәктә роботтар һиҙҙермәй генә беҙҙең тормошҡа инеп, төрлө өлкәләрҙә әүҙем ҡулланыла башлаясаҡ. Әлбиттә, ул ниндәйҙер фантастик фильмдағы техника түгел, ә тәү сиратта, етештереү процесын автоматлаштырыуға йүнәлтеләсәк. Роботтар күтәрелешенән дә ҡурҡырға урын юҡ, техника - айырым командаларҙы үтәй, тимәк, улар кешеләрҙең еңел булмаған эшендә ярҙамсы, ә «Роботтар алышы» кеүек ярыштарҙа яңынан-яңы ҡатнашыусылар буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






