Хәрбиҙәрҙең балалары ашханала бушлай туҡлана, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, йәмәғәт транспортында йөрөй. Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова ошондай һандарҙы атаны.
Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар арттырылған. Улар яугирҙәрҙең ғаиләләре менән даими бәйләнештә тора. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалына 9 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙан 14 меңгә яҡын һорау ҡабул ителгән. Лира Иғтисамова белдереүенсә, 13 мең проблема хәл ителгән. Филиал белгестәре “Ярҙам поезы” акцияһын ойоштора. 22 декабрҙә министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһында халыҡ менән осраша. Акция киләһе йылдың февраленә тиклем дауам итә. “Әле яңы йыл сараларына әҙерләнәбеҙ”, - тине Лира Иғтисамова.







