Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ZASPORT фабрикаһы эшенә рәсми старт бирҙе

Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы ойошма эшләй башланы. Яңы фабриканы асыу сараһында Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, ZASPORT брендын булдырған дизайнер Анастасия Задорина ҡатнашты. Ойошмала спорт һәм көндәлек кейеме тегелә. Компания Рәсәй Олимпия командаһына ла рәсми кейем етештерә. Әле фабрикала 42 тегенсе эшләй. Киләсәктә хеҙмәткәрҙәр һанын 300-гә еткереү ҡарала. Ойошмала йылына 562 мең дана әҙер кейем етештереү планлаштырыла.

Автор: Зөһрә Арсаева.  

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ZASPORT фабрикаһы эшенә рәсми старт бирҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ