Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы ойошма эшләй башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ZASPORT фабрикаһы эшенә рәсми старт бирҙе. Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы ойошма эшләй башланы. Яңы фабриканы асыу сараһында Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, ZASPORT брендын булдырған дизайнер Анастасия Задорина ҡатнашты. Ойошмала спорт һәм көндәлек кейеме тегелә. Компания Рәсәй Олимпия командаһына ла рәсми кейем етештерә.

Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы ойошма эшләй башланы

Әле фабрикала 42 тегенсе эшләй. Киләсәктә хеҙмәткәрҙәр һанын 300-гә еткереү ҡарала. Ойошмала йылына 562 мең дана әҙер кейем етештереү планлаштырыла.

Автор: Зөһрә Арсаева. 

Фото №1 - Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы ойошма эшләй башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ