Октябрьский ҡалаһында «Боҙ һарайы»ның беренсе сираты асылды

Спорт-һауыҡтырыу комплексы 800 урынға иҫәпләнгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Яһалма боҙҙа хоккей уйнарға, коньки шыуырға, шулай уҡ төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итергә мөмкинлек асыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким әҙерләгән яҙмала.

Хоккей һөйөүселәр өсөн көтөп алынған көн. Октябрьскийҙә асылған «Боҙ һарайы» спорт-һауыҡтырыу комплексында тәүге уйын ойошторолдо. Заманса майҙансыҡты балалар, өлкәндәр һәм ҡунаҡтар һынап ҡараны.

«Боҙ һарайы « спорт-һауыҡтырыу комплексы 800 урынға иҫәпләнгән. Яһалма боҙ түшәлгән майҙан хоккей һәм конькиға бәйле башҡа спорт төрҙәре меннә шөғөлләнеү, күнекмәләр ойоштороу өсөн ҡаралған. Тамашасылар залында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн урындар йыһазландырылған . Бынан тыш, 3 ҡатлы комплекста хореография бүлеге, кардио, тренажерҙар залы, конференция залы, буфет төҙөлгән .

Боҙ һарайы комплексын асыу тантанаһында Рәсәй спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов, легендар хоккейсы , Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк ҡатнашты. Хоккей йондоҙо Башҡортостанда һәләтле хоккейсыларҙы тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар тип билдәләне . Владислав Третьяк, йәш спортсыларға уңыштар теләп, комплекс музейына уға күп тапҡырҙар еңеү килтергән футболкаһын бүләк итте.

«Бизнес спринт» федераль проекты сиктәрендә Октябрьский ҡалаһындағы боҙ һарайы төҙөлөшөнә 800 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, ҡалала тағы ла бер спорт объектынап нигеҙ ташы һалынды. Киләһе йыл боҙ һарайы эргәһендә бассейн төҙөлә башлаясаҡ. 2026 йылда асыласаҡ үҙәктә аэробика, ритмик гимнастика һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, урындағы халыҡтың һаулығын нығытыу өсөн шарттар булдырыла . Башҡортостанда асылған күләмле спорт объекттары сәләмәт быуын тәрбиәләү эшендә тағы ла бер ышаныслы аҙым булып тора.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ