Баш ҡала ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән

Өфөнөң «Маскировка» «Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән. Башҡортостан рустары соборында көмөш ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, посылкалар йыя. Посылкаларға хәрбиҙәргә йылы ойоҡбаштар, шоколад һәм балалар яҙған йылы йөкмәткеле хаттар. Башҡортостан рустары Соборы алтынсы тапҡыр гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам туплауҙа әүҙемлек күрһәткән.

Гуманитар ярҙам туплауҙа беҙҙең Соборҙан тыш, Киров районы комсомолдары, «Родина» кинотеатры, «Башинформсвязь» ветерандары ла әүҙем ҡатнашты. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙамлашабыҙ.

Павел Васильев, Башҡортостан рустары соборы башҡарма директоры,Өфө ҡала округы депутаты

Посылкалар менән бергә яугирҙар маскировка селтәрҙәре лә аласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар айына 100-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре етештерә. Эшсе ҡулдарға ихтыяж ҙур. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусылар Еңеүҙе яҡынатйыу өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ сафтарында көтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ