Бөгөн республикала тәүгә «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугирҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды. Документ яугирҙарға махсус хәрби операция ҡатнашыусылар булараҡ тейешле түләүҙәр һәм льготалар алыу, реабилитация үтеү хоҡуғы бирә. Таныҡлыҡтарҙы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе тапшырҙы. Яҡын арала илдең төрлө төбәктәренән «Вагнер» шәхси хәрби компанияһының элекке 450 хеҙмәткәре яңы документҡа эйә буласаҡ.






