Баш ҡалала йәштәр сәйәсәте көндәре тамамланды

Өс көн дауам иткән сарала йәштәр сәйәсәте өлкәһе психологтары форумы, медиа өлкә белгестәре мәктәбе ултырышы, ирекмәндәр йыйылышы үтте. Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурстары еңеүселәре билдәләнде.

Күләмле форум һуңында «Тиңдәрсә диалог» тип аталған осрашыуҙа йәштәр Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Азат Бадранов менән аралашты. Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә республиканың йәш ғаиләләре араһында үткәрелгән бәйгегә лә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙең береһе - Учалы районынан Хажиәхмәтовтар ғаиләһе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ