Зөлфәт Хәкимдең «Аферист» пьесаһы буйынса «Мөхәббәт ҡапҡаны» комедияһы тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Спектакль режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев тарафынан сәхнәгә ҡуйылған.
Тамашасыларҙы берсә уйланырға, берсә моңланырға мәжбүр иткән водевиль стилендәге комедияны музыкаль яҡтан Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев биҙәгән, сәхнә костюмдары Наталья Степанованан, хореографы Александр Родионов. Шаян, тормошсан комедияла төп ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушат Мөҙәрисов һәм Дамира Сәйетова.
Комедияла мәңге актуаль мөхәббәт темаһы асылған. Ҡатын-ҡыҙ йөрәген яулаусы төп герой яратҡан эшен туҡтатып тороу ҡарарына килә. Әммә спектакль сюжеты көтөлмәгәнсә тамамлана. Гүзәл заттарҙы шыма ғына итеп алдарға ғәҙәтләнеүсе үҙе лә ғашиҡ була. Мажаралы афера төп геройҙың тормошон 180 градусҡа үҙгәртә. Тормошсан сәхнәләр тамашасыларҙы аферистар менән тулы тормошта, айырыуса интернет селтәрҙәрендә алданмаҫҡа, һаҡ булырға иҫкәртеүе менән фәһемле.



