Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә «Иман нуры» конкурсы үтте. Зоналарҙа еңеүсе 40-тан ашыу малай-ҡыҙ үҙ-ара район бәйгеһендә көс һынашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ислам, иман, әхләҡ нигеҙҙәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был конкурс районда һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Бында 6 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Улар баһалама ағзалары -имамдар алдында сүрә, доғалар ятланы, дин буйынса бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Дингә ынтылған балаларҙың йылдан‐йыл артыуы ҡыуаныслы күренеш. Мерәҫ ауылынан Таһировтар ғаиләһе менән килгән. Мәҙинә һәм Мәрйәм былтыр “Иман нуры”нда ҡыҙҙар араһында беренсе урын алғандар. Быйыл да ныҡлы әҙерлек менән килгәндәр.
Ярыш өс йәш төркөмөндә барҙы. Конкурстың барлыҡ шарттарын теүәл үтәп төп приз ‐ ҡолонға Мерәҫ ауылынан Абдурахман Халиҡов лайыҡ булды. Беренсе урын алыусылар велосипед менән бүләкләнде. Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ балаларға ойоштороусылар дәртләндереү бүләктәре тапшырҙы.
Раушания Рәхимова






