Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Салауат Юлаев проспектында теркәлгән осраҡ буйынса автоһәүәҫкәрҙәрҙән 18 мөрәжәғәт килгән. Бөгөн иртән тағы алты шылтыратыу булған.
Юл күҙәтеүе бүлеге хеҙмәткәрҙәре Сәғит Агиш һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамдары араһындағы юлдың ике участкаһын тикшерҙе, уның барышында тәрән соҡорҙар рәүешендәге юл япмаһының етешһеҙлектәре асыҡланды. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм юл япмаһын тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Әле ремонт эштәре алып барыла, зыян күргән участкаларҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле иҫкәртеү билдәләре ҡуйылған.






