Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығы асыла

Ошо көндәрҙә юғары уҡыу йорттары әҙер бүлмәләргә ҡорамалдар һәм йыһаздар индереп ҡора башлай. Фойела ҙур мультимедия экраны ҡуйылған. Һәр лаборатория ишеге өҫтөндә донъяға танылған ғалимдарҙың ҡанатлы һүҙҙәре яҙыла. Кампус лофт стилендә биҙәлгән. Әле Өфөнөң тарихи үҙәгендә IQ-парк янында яңы биналар төҙөлөшөнә лә әҙерлек бара. Студент ҡаласығы 2025 йылда тулыһынса файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Комплекс Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Фән һәм университеттар” тигән милли проектҡа ярашлы төҙөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығы асыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ