Октябрьский ҡалаһында заманса боҙ һарайы асылды

Спорт объекты «Роснефть» компанияһы һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә «Башнефть» булышлығында төҙөлдө.

Боҙ һарайының дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метр тәшкил итә. Йомшаҡ креслолы трибуналар 800 тамашасыға иҫәпләнгән. Бөтә кәрәкле спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған комплекс йыл әйләнәһенә ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса төбәк һәм федераль кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Боҙ һарайын асыу тантанаһында Рәсәй Спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов, Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һәм “Башнефть-Добыча” компанияһының генераль директоры Сергей Нонява ҡатнашты.

Профессиональ спортсыларҙан тыш, боҙ һарайында барлыҡ теләүселәр ҙә шөғөлләнә ала. Спорт комплексында хоккей һәм фигуралы шыуыу буйынса секциялар эшләйәсәк, шулай уҡ конькиҙа күмәкләп шыуыу планлаштырыла. Бинала кейенеү, душ бүлмәләре, тренерҙар бүлмәһе, хореография һәм конференция залдары, тренажер залы, конькиҙы прокатҡа алыу һәм инвентарҙы һаҡлау өсөн бүлмәләр, шулай уҡ медицина кабинеты һәм буфет ҡаралған. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы шарттар булдырылған: пандустар һәм махсус лифт ҡуйылған.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында заманса боҙ һарайы асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ