Башҡортостанда быйыл милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан шул турала белдерәләр. Милли проекттар буйынса 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пукнты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ