Бөгөн энергетиктар һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостанда был өлкәлә 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә энергетиктарҙы байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе энергетика предприятиеларының республика иҡтисады үҫешенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне. Хәҙер тармаҡта модернизация бара.
Республиканың электр селтәрҙәре комплексын үҫтереү, йылдам үҫешкән райондарҙы электр менән тәьмин итеү, уның ышаныслылығын арттырыу дауам итә. Өфө эргәһендә «Осоргин» подстанцияһы төҙөлә. Ул киләһе йылдың башында сафҡа инә. «Башҡортостан сәскәләре» һәм «Нуғай» подстанцияларында яңы трансформаторҙар ҡуйылды. Шулай уҡ Благовещен районында - «Юлдаш», Иглинда - «Алаторка», Өфөлә «Инорс» подстанциялары эшләй башлай. Йыл аҙағына тиклем Бөрйән районында «Үҙән - Байназар» юғары вольтлы линия сафҡа инә.
Дөйөм алғанда, электр селтәре инфраструктураһына инвестициялар 5 йыл эсендә йылына 5 миллиард һумдан 8 миллиард һумға тиклем артты, һәм был күләм кәмемәйәсәк. Энергетиктарыбыҙға ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эш, һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!» тип яҙған Радий Хәбиров.



