Республика сауҙа үҙәктәрендә һалым хеҙмәтенең мобиль офистары граждандарҙы ҡабул итеүен дауам итә

Яңы йылға бурысһыҙ. Республика сауҙа үҙәктәрендә һалым хеҙмәтенең мобиль офистары граждандарҙы ҡабул итеүен дауам итә.

Мобиль офистар 27 декабргә тиклем эшләйәсәк. Унда мөрәжәғәт иткән һәр кем һалымдар һәм йыйымдар тураһында ғәмәлдәге ҡануниәтте, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының Интернет-сервистары мөмкинлектәрен белергә, бурыстың булыу-булмауы тураһында мәғлүмәтте аныҡлап, уны түләү өсөн квитанция алырға мөмкин. Бындай акцияның маҡсаты - граждандарҙа һалым грамотлылығы кимәлен күтәреү тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ