Студенттарҙың ижад ҡомарын һәм интеллектуаль үҫешен ҡеүәтләп. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетында милли стилдәге йәштәр киңлеге асылды. Тантананан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Беренсе курста ғына белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡып та, бейеп тә өлгөрәләр. Ансамбль солистары юғары уҡыу йортонда ойошторолған конкурсттарҙа ҡатнашып, факультет данын уңышлы яҡлай. Өфө фән һәм технологиялар университетында Милли стилдәге йәштәр киңлеген асыу тантанаһында студенттар мәҙәниәт, туған телгә һөйөүен шиғриәт аша ла белдерҙе. Фойела капиталь ремонт уҙғарылғандан һуң байрам саралары ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, ял зонаһына айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Фойела ҡуйылған бәләкәй диван-ҡәнәфиҙәр - студенттар өсөн аралашыу, лекция-семинарҙарға әҙерләнеү урыны булараҡ файҙаланыр тип көтөлә. Ошонда уҡ ноутбукта эшләп, Гранттар буйынса фекер алышырға ла мөмкин. Факультеттың берҙәм коллективы тырышлығы менән коридор ҙа хәҙер заманса биҙәлеш алған.
Һәр аудиторияға инеү менән дә телдәр өйрәнеүгә һөйөү ярылып ята. Көнсығыш илдәр тематикаһы буйынса йыһазландырылған кабинеттар бар. Факультеттың биҙәлешен яңыртыу буйынса эш дауам итәсәк. Маҡсат бер - студенттар өсөн уңайлы уҡыу шарттары булдырыу.
Гөлназ Хәйбуллина



