Онотолмаҫ осрашыуҙар. «Ашҡаҙар» радиоһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторған ижади ҡунаҡханаһы дауам итә. Был юлы осрашыу Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты Мәғфирә Ғәлиеваның тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Йылы, моңло һөйләшеүгә мәшһүр сәхнә оҫтаһының ижадташ һәм ғаилә дуҫтары, балалары, яҡындары саҡырылған. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
62 милләттең телендә һәм кейемендә йырлаған полиглот һәм халыҡсан йырсы. Мәғфирә Ғәлиева Башҡортостан йыр сәнғәте тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙҙы. Сәхнә оҫтаһы үҙенең ижады менән Башҡортостанды данлап ҡына ҡалмай, тыуған төйәген Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә таныта.
Мәғфирә Ғәлиева Ейәнсура районында тыуып үҫкән. Һуғыш осоро балаһы, ул шул замандың бар михнәттәрен үҙ иңендә кисерә. Йыр-моң яратһа ла яҙмышын сәхнә менән бәйләргә уйлмай. Әммә композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов тырышлығы менән Мәскәү консерваторияһында милли студия асылғас ауылдар буйлап таланттар эҙләйҙәр. Тәжрибәле сәнғәт әһелдәре Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллиндың тәбиғи һәләтен бер тыңлауҙа тойомлай. Артабан инде Ейәнсура ҡыҙы Мәскәү консерваторияһын тамамлап ҡайтып бар ғүмерен башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә бағышлай.
Мәғфирә Ғәлиева менән тормош иптәше, композитор Николай Головты башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар тип атарға мөмкин. Тәүге эстрада йырҙары 1953 йылда улар башҡарыуында сыға, ижади ғаилә «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп гастролдәргә йөрөй. Улар үҙҙәре башҡорт мәҙәнитәтенә, сәнғәтенә хеҙмәт итеп кенә ҡалмай, улында ла башҡорт теленә, моңона һөйөү тәрбиәләй.
Ғәлиевтар милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлауҙан, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләүҙән тыш дуҫтарына, яҡындарына ҡарата ла ихлас, эскерһеҙ, ярҙамсыл мөнәсәбәт тә була. Атайым үлгәндән һуң Мәғфирә Ғәлиева беҙгә көн һайын килә, уйындар уйнатып әүрәтә торғайны, ти ғаилә дуҫтары Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтарҙың ҡыҙы Гөлнур.
Быйыл Мәғфирә Ғәлиеваның тыуыуына 95 йыл, сәхнә оҫтаһы 2016 йылда 87 йәшендә вафат булды. Әммә уның исеме халыҡ хәтерендә, теле-радио тулҡындарҙа йәшәй. Мәғфирә Ғәлиева замандаштары һәм киләсәк быуын өсөн юғары һөнәри оҫталыҡ, халыҡсанлыҡ өлгөһө булып ҡала.
Рәмзиә Кәримова



