Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында класстарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс үтә

Байрам мөғжизәһен көткәндә. Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы Яңы йылды ҡаршыларға әҙер. Белем усағында класстарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс үтә. Уға кем нисек әҙерләнгән? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.

Ҡыш бабайға бүләккә - шиғыр. Яңы йыл символдарының килеүен өсөнсө класс уҡыусылары түҙемһеҙләнеп көтә. Уны ҡаршы алырға барыһы ла әҙер.

Ҡуян, ҡар бабай һәм, әлбиттә, киләһе йыл символы - аждаһа. Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының һәр класы үҙ кабинетын биҙәүгә әүҙем ҡушылған. Уларға ата-әсәләре лә ярҙам иткән. Кабинеттарҙы байрамса биҙәү буйынса ижади конкурс белем усағында йыл һайын ойошторола.

Өлкән кластарҙа кабинеттарҙы биҙәү башланғыстарҙыҡы һымаҡ әкиәттәге кеүек булмаһа ла, уҡыусылар ҡар бөртөктәре, Яңы йыл персонаждарын үҙ ҡулдары менән эшләп йәбештергән.

Яңы йылға лицейҙы 1 декабрҙән үк биҙәй башлайҙар. Шулай уҡ байрам уңайынан стена гәзиттәрен эшләйҙәр, костюмдар конкурсын үткәрәләр, спектаклдәргә йөрөйҙәр.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ