Өфөлә иң яҡшы экологтар тәбрикләнде

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу бала «Росток» Йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Улар алдында 20 номинация буйынса тикшеренеү эштәре булдырыу бурысы ҡуйылды. Балалар үҙҙәрен фермерҙар, диетологтар, проекталусылар һәм технологтар ролдәрендә һынап ҡараны. Конкурстың тәүге этабында улар авторлыҡ проекттары эшләһә, икенсеһеҙдә эштәрен жюри алдында яҡланы.

Докладым - «Минең Өфөм - ғаилә туризмы һуҡмағы» темаһына арналды. Эшемдә ВДНХ-Экспо туҡталышынан башланған маршрут тураһында ентекләп һөйләнем.

Олеся Фёдорова, «Шәхси турҙар режиссеры» номинацияһында еңеүсе

«Росток» конференцияһы Өфөлә 8-се тапҡыр уҙғарыла. Уның еңеүселәре Санкт-Петербургта үткән Балтия ғилми-инженер конкурсы финалында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Конференция һөҙөмтәләре буйынса еңеү урындары яуламаған уҡыусылар ҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Конкрутса ҡатнашыу һәр балаға артабанғы тормошта мотлаҡ белем һәм тәжрибә бирә.

Балалар үҙҙәренең эшәтрен абруйлы жюриға тәҡдим итә ла.

Наталья Левушкина, «Росток» фән, инновациялар һәм ижад үҙәге директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ