Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

Бөгөн Өфөлә  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  асылды

  Бында  "Мәҙәниәт" милли проекты  буйынса  реконструкция  эшләнде. Бының өсөн  1 миллиард 380 миллион  һум тотонолдо. Эштәр ике йыл буйы алып барылды. Театр директоры Альберт Имаметдинов һөйләй.

Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

Бөгөн яңыртылған театрҙы  Республика  Башлығы Радий  Хәбиров  ҡараны. -Бөгөн,  Яңы йыл алдынан беҙҙең балаларға, юбилей  алдынан Өфөгә   ҙур бүләк  эшләйбеҙ. Бында  ике  зал, кафе, ял итеү урындары бар.  Беҙҙең балалар быға  лайыҡлы. Яңы йылдың бәхетле булыуын теләйем, - тине  Радий  Хәбиров. Төҙөкләндерелгәндән һуң театр бинаһының дөйөм майҙаны ике тапҡырға артты. Бынан тыш, театр янындағы биләмә тәртипкә килтерелде.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ