Бөгөн Өфөлә Республика Башлығы янындағы Мәҙәниәт буйынса совет ултырышы үтте

Унда Мәскәүҙән дә  ҡунаҡтар ҡатнашты. Артистар   Ольга  Кормухина, Владимир Овчинников, сенатор Лилиә  Ғүмәрова, Образцов  исемендәге  Үҙәк ҡурсаҡ  театры  директоры  Елена  Булукова  килде.  Радий  Хәбиров  мәҙәниәт өлкәһендә  ҡаҙаныштар менән таныштырҙы.  Быйыл республикала  кино төшөрөүселәргә  50 миллион  һумлыҡ  гранттар бүленгән.  Башҡорт, рус, татар драма театрҙарына  ярҙам күрһәтелгән.  - Быйыл мәҙәниәт үҫеше  өсөн 14 миллиард һумдан ашыу  аҡса бүленде.  Был сумма уҙған йылдағынан  күберәк.  Ҡурсаҡ театрында  реконструкция  булды,  Милли  йәштәр театры  төҙөкләндерелде, 15 мәҙәниәт учреждениеһы  ремонтланды. Башҡорт дәүләт филармонияһын төҙөкләндереү планлаштырыла, - тине  Радий  Хәбиров.  Республика  Башлығы  бөгөн  театрҙарға, Фәйзи Ғәскәров  исемен йөрөткән ансамблгә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залына, Башҡорт дәүләт филармонияһына, мәғариф учреждениеларына  23 еңел машина, 2 мәктәп  автобусы һәм бер туристик  автобус асҡыстарын тапшырҙы.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Республика Башлығы  янындағы Мәҙәниәт буйынса совет ултырышы  үтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ