Дәүләт ярҙамында «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте һәм «Ауыл менән һынау» кино таҫмаһы төшөрөлгән. Бынан тыш, Башҡортостан илдә төҙөкләндерелгән кинозал һаны буйынса беренсе урында. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү һорауҙары буйынса Совет ултырышында белдерҙе. Бынан тыш, һәр бер райондың үҙ мәҙәни ваҡиғаһы булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Ошо маҡсатта күләмле мәҙәни саралар ойоштороу өсөн муниципалитеттарға 500-шәр мең һум аҡса бүленәсәк. Йыл йомғаҡтарын барлағандан һуң, төбәк етәксеһе бер төркөм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.



