Баймаҡ районы халҡы ғәҙәттәгесә, гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәтә. Киләһе яҙма Аҡморон ауылынан әҙерләнде.
Дамира Әбилева “Башҡортостандың ышаныслы тылы” ирекмәндәре төркөмө ағзаһы. Улар йыш ҡына махсус хәрби операция биләмәһенә лә баралар. Һалдаттарға нимә кәрәклеген дә яҡшы беләләр. Ирекмәндәр менән осрашҡанда һалдаттарҙың һыуға ҡытлыҡ кисереүен ишеткән Дамира ханым Аҡморон ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә ҡоро душ әҙерләү тәҡдиме менән сыға.
Ҡатын-ҡыҙҙар аҙнаһына бер тапҡыр Әбилевтар йортона йыйыла. Бөгөн 600-ҙән ашыу ҡоро душ эшләнгән. Бынан тыш, улар бергәләп аҡса йыйып, кәңәшләшеп хәрбиҙәргә кәрәкле медикаменттар, көнкүреш әйберҙәре лә һатып ала. Улар сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.






