Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 105-се гуманитар конвой оҙатылды

Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яугирҙарға Өфөнән 105-се гуманитар конвой оҙатылды. Ярҙам ылауын туплауҙа тотош республика халҡы ҡатнашҡан. Яҡын кешеләренә адреслы посылкалар, хеҙмәт ҡоралдары, техника, төҙөлөш һәм ағас материалдары, утын, ике мобиль мунса, рациялар, аҙыҡ-түлек, Луганск ҡалаһы госпиталенә стоматология ҡоролмаһы һәм материалдары, дарыу, түшәк кәрәк-яраҡтары әҙерләнгән. Колонна 18 фура һәм автотралдан тора. Гуманитар йөк Рәсәйҙең 4 яңы субъектында дислокацияланған 17 хәрби подразделениеға ебәрелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ