Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университетында Муса Гәрәев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университетының Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә Муса Гәрәев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды.

Үҙәк ҡунаҡтары һәм пациенттар тарихи экспонаттар, шул иҫәптән хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының ғаилә архивынан алынған шәхси әйберҙәр менән таныша аласаҡ. Күргәҙмәне уҙғарыу урыны итеп тап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә юҡҡа ғына һайланмаған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының улы Евгений Гәрәев - биология фәндәре кандидаты, доцент, 30 йылдан ашыу ошо үҙәктә медицина статистикаһы бүлеген етәкләй.

Атайым кеүек хәрби юл һайларға теләгәйнем. Аэроклубта шөғөлләнеп, парашюттан да һикерҙем. Токарға уҡығанда ҡыҙыу тимер юнысҡыһы күҙемә тейҙе. Балашов юғары хәрби авиация осоусылар училищеһына уҡырға инергә барғанда медицина комиссияһын үтә алманым. Шуға хәрби карьера хыял булып ҡына ҡалды.

Евгений Гәрәев, Муса Гәрәевтың улы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Муса Гәрәев штурмлау авиацияһының ИЛ-2 самолетына идара итә. Дошман көстәрен юҡ итеүҙә ҡатнаша. Фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыйыу летчик күп кенә хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. Хәрби юлын Сталинградта сержант дәрәжәһендә башлаған яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы аҙағына майор, полк штурманы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемдәренә лайыҡ була.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ