Мостай Кәрим исемендәге республика милли йәштәр театрында - «Һуғыш балалары»

Йәмғиәттең иң яҡлауһыҙ кешеләре балаларға һуғыш һалған михнәт һәм һынау хәтирәләре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ваҡиғалар сылбыры бөгөнгө көндән башлана. Спектаклдең төп геройҙары олатай менән өләсәй Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы бала саҡ хәтирәләрен бәйән итә. Икеһе яҙмышына ла һуғыш аяуһыҙ эҙ һалған. Береһе ата-әсәһеҙ үкһеҙ етем ҡала, ә икенсеһенең күңеле яралы. Хәтирәләрҙән һуң балалар тарафынан тәүге ваҡиға реконструкциялана. Йәш актерҙарҙың сәхнәлә уй-кисерештәре эмоциональ һәм көслө булыуы менән һоҡландыра.

Документаль тамашаның төп үҙенсәлеге - профессиональ сәхнәлә ҡуйылыуы һәм һәүәҫкәр актерҙар уйнауы. Актерҙарҙың күпселеге инклюзив театрҙан. Төп геройҙарҙың береһе күреү һәләтенән мәхрүм, әммә ул сәхнәне бик яҡшы тоя.

Был тамашаға сценарий яҙыу өсөн ҡуйыусы-режиссер архивтарҙа етди эҙләнеүҙәр алып барған.

«Һуғыш балалары»спектакле тамашасы күңеленә лә хуш килде. Үҙенсәлекле постановка Театраль Иҙел буйы округ фестиваленә Башҡортостан данын яҡлау өсөн 40 үҙешмәкәр театр эштәре араһынан һайлап алынған.

Постановкаға һалынған төп фекер аша йәмғиәттең иң яҡланмаған өлөшө балаларға ҡарата һуғыштың рәхимһеҙлеге аңлатыла. Әммә ауыр һынауҙар аша үткән төп геройҙар киләсәккә ышаныс менән йәшәй.

Һуғыш балалары ул ябай спектакль түгел. Ә факттарға таянып яҙылған документаль тамаша. Һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балаларҙың аяныслы яҙмыш тарихы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ