Юл камералары ярҙамында 6 миллионға яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлгән

1 декабргә комплекстар ярҙамында 2,3 миллиард һумға штраф һалынған. Республикала 1 мең 800-ҙән ашыу юл камераһы ҡуйылған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән автоматик фото- һәм видеокомплекстар водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә, юлда ҡағиҙә боҙоуҙар кәмей, тығындар менән көрәшергә мөмкинлек бирә, ти белгестәр. Яҡын арала Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында тағы 56 автоматик камера ҡуйыла.

Фото №1 - Юл камералары ярҙамында 6 миллионға яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ