“Яугирҙәр Башҡортостан етәкселегенә һәм республика халҡына ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. Алғы һыҙыҡта ла, бында ла мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә”. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон командиры, “Медведь” ҡушаматлы яугир Евгений Токарев бөгөн шулай тип белдерҙе. Ул хөкүмәттә уҙған оператив кәңшәмәлә ҡатнашты. “Хәрби берләшмә кәрәк-яраҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй”, - тине ул.
“Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон бөгөн дә алғы һыҙыҡта”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә бер төркөм хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Рәсәй Геройы, вертолет полкы командиры Денис Чернавин “Генерал Шайморатов” ордены менән бүләкләнде.







