БСТ каналы - Рәсәй төбәктәре телерадиокомпаниялары араһында аудитория һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был күрһәткесте шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтә булыуын билдәләне. Шулай уҡ ултырышта уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр исемлеге билдәләнде. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина даума итә
Оператив кәңәшмә илһөйәрлек рухында башланды. Радий Хәбиров алғы һыҙыҡта хәрби бурысты үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм шайморатовсыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яҡташтарыбыҙ, тәү сиратта, берҙәмлеге менән көслө.
Полковник, Рәсәй Геройы Денис Чернавин генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде. «Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ», -тине ул үҙ сығышында.
Шулай уҡ дәүләт наградаһына «Башҡортостан» полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры Фәрит Миһранов та лайыҡ булды.
Бүләкләү тантанаһынан һуң Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров БСТ каналының ҡаҙанышын да маҡтап телгә алды - Рәсәй төбәктәре телерадиокомпаниялары араһында аудитория һаны буйынса беренсе урынға сыҡҡан. Яңы миҙгелдән сығарылыштар мәғлүмәти яҡтан көсәйтелде, киске ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарға төп баҫым яһала.
Башҡортостанда «мобиль элемтә» менән тәьминәт 92 процентҡа еткерелгән. «Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡ итеү» федераль программаһы 100-500 кеше йәшәгән тораҡ пункттарға тарала. Быйыл 242 ауылда станция барлыҡҡа килһә, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса киләһе йыл тағы ла илле ауыл мобиль бәйләнеш менән тәьмин ителәсәк.
Оператив кәңәшмәлә 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары ла билдәләнде. Урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлеге 41 күрһәткес буйынса баһаланған, улар иҡтисади үҫеш кимәлен, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәлде күрһәтә.
Ике йыл эсендә баҡсасылар ширҡәттәренә республика ҡаҙнаһынан 366 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам бүленгән. Эске инфраструктураны яҡшыртыу буйынса заявкаларҙың күбеһе Өфө, Иглин, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарына тура килгән. Программа буйынса юлдар төҙөкләндерелгән, электр менән тәьминәт мәсьәләһе хәл ителгән.
Башҡортостанда «Смарт-Баҡсасы» форумын уҙғарыу датаһы ла асыҡланды. Күләмле сара киләһе йыл марттың тәүге көндәрендә өсөнсөгә уҙғарыла. Күтәреләсәк төп темаларҙың береһе баҡсасылар ширҡәттәренең сиктәрен киңәйтеүгә бәйле.
Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров яҙғыһын баҡсасылар - өлкән йәштәге граждандарға үҙ продукцияһын тормошҡа ашырыу буйынса бушлай сауҙа майҙансыҡтары ойоштороу, яңы локациялар эҙләү бурысын ҡуйҙы. Был эште төбәк етәксеһе шәхси контролгә алды. Шулай уҡ муниципалитеттарҙа әлеге талаптың үтәлешен Контроль идаралыҡ күҙәтеүгә ала.
Гөлназ Хәйбуллина



