Белоруссиянан Башҡортостанға тағы ла туғыҙ зубр килтерелде

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған. Хайуандарҙың беренсе партияһы «Мораҙым тарлауығында» төпләнде. Бында улар үҙҙәрен яҡшы тоя һәм Башҡортостан тәбиғәтенең ысын биҙәге булып тора. Ә хәҙер уларға тағы ла зубрҙар килде. Рәхим итегеҙ!, тип яҙған Башҡортостан башлығы. Республиканың зубр үрсетеү буйынса тәжрибәһе Рәсәйҙең тәбиғәт министрлығында юғары баһаланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ