Радий Хәбиров Башҡортостандың иң яҡшы ҡотҡарыусыларын ҡотланы

Йыл дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре 1400-ҙән ашыу кешене ҡотҡарған. 27 декабрҙә ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн иҫтәлекле дата алдынан төбәктең иң яҡшы ҡотҡарыусылары Колонналар залына йыйылды, уларҙы республика етәксеһе ҡотланы. Батыр һәм ҡурҡыу белмәҫ һөнәрмәндәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу инфраструктураһын үҫтереү дауам итә. Быйыл Ғафури районының Красноусол һәм Ишембай районының Һайран ауылдарында янғын-ҡотҡарыу деполары төҙөлдө.

Янғынға ҡаршы хеҙмәт һәм ирекле янғын һүндереү командалары өсөн 26 берәмек техника һатып алған.

Ҡотҡарыусылар Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә лә ярҙам итә, тип билдәләне республика башлығы. Улар аҙна һайын тиерлек махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк тейәлгән ылауҙы оҙатып бара, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе Башҡортостандан кире махсус операция биләмәһенә алып барыуҙа ярҙам итә.

Быйыл 3 мең гектарҙан ашыу урман янды. Июлдә көслө ут Белорет районының Үҙән ауылына янаны. Рәсәй Ғҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының янғын һүндереүҙе ойоштороу һәм авария-ҡотҡарыу идаралығы хеҙмәткәрҙәренең грамоталы эшмәкәрлеге фажиғәнән ҡотолорға мөмкинлек биргән. Тантанала улар республика етәксеһе ҡулынан наградалар алды.

Әйткәндәй, быйыл июлдә Инйәр урман хужалығына ҡараған биләмәләрҙәге янғын Яңылыҡтарҙа ла яҡтыртылды. Был Башҡортостан юлдаш телеканалы операторы Владимир Шевчук төшөргән кадрҙар. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә журналистарға һәм операторҙарға йыш ҡына ҡотҡарыусылар менән бер рәттән эшләргә тура килә. Хеҙмәттәшебеҙ Владимир Шевчуктың эше Башҡортостан Башлығы Рәхмәт хаты менән баһаланды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ