«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы йылдағыса тура эфирҙа йомғаҡлау тапшырыуын ойошторҙо

Өс сәғәт дауамында белгестәр гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашты. Асыҡ академия сиктәрендә быйыл республика район-ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы ҡунаҡтары ғәҙәти булмаған форматта осрашты. Матурлыҡ, мөхәббәт, бәхет, сәләмәтлек темаларына арналған телевизион тапшырыуҙа һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡыҙы , Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак әсәһе менән сығыш яһаны. Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фортепьянола уйнап ҡунаҡтарҙы моң менәнг һөйөндөрҙө.

Артистар, сәйәсәмәндәр, йәмәғәт эшәмкәрҙәре, йырсылар һәм башҡа билдәле шәхестәр мәңгелек ҡиммәттәргә ҡараштары һәм бәхет серҙәре менән уртаҡлашты.

Махсус хәрби операция биләмәһенән өсөнсөгә ҡыҙы тыуып ҡыуаныслы ваҡиға буйынса ялға ҡайтҡан Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Ватанға һөйөү ғаиләнән башлана тип белдерҙе.

Йылдағыса «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тапшырыуында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе төбәктә ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлау - дәүләт кимәлендәге маҡсат тип белдерҙе. Киләһе йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде һәм указға ярашлы әһәмиәтле саралар һәм ярҙам программалары ойоштору көтөлә.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы сиктәрендә быйыл республика райондары һәм ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Гүзәл заттарҙың тормошон яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәтрен һаҡлау өсөн ойошторолған асыҡ академия уңышлы йылға йомғаҡ яһап киләһе йылға яңы маҡсаттар билдәләне

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ