Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын Яңы йыл менән ҡотланылар

Акцияла «Еңеү ирекмәндәре» һәм «Көмөш ирекмәндәр» хәрәкәттәре ағзалары ҡатнашты. Был юлы улар баш ҡалала йәшәүсе Николай Лавреновты өйөндә етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уға бүләктәр тапшырҙы. Николай Васильевич оҙаҡламай 97 йәшен билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышына уның үҫмер йылдары тура килә. Иглин районында тыуып үҫкән ветеран бала саҡтан колхозда, һуңынан янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләй. Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Николай Лавренов һүрәт тә төшөрә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ