Радий Хәбиров «Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү» законына үҙгәреш индерҙе

Уға ярашлы, Башҡортостанда ауыл хужалығы гибридтары һәм сорттарын селекциялау менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон Рәсәй селекцияһын үҫтереүгә, орлоҡтарҙың сифатын арттырыуға һәм ауыл хужалығы культураларының юғары уңдырышлылығына йоғонто яһай. Орлоҡсолоҡ - стратегик йүнәлеш, ул туранан - тура сауҙа кәштәләрендәге хаҡтарға булышлыҡ итә, тине ул. Санкцияларға бәйле, сеймалды сит илдәрҙән килтереү сикләнде. 2030 йылға тиклем хужалыҡтар 75 процентҡа үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар менән тәьмин ителергә тейеш. Селекционерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса закон 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ