Социаль фонд яңы йылда берҙәм пособиены оҙайтыу буйынса ғаризалар ҡабул итә башланы

Түләүҙәр алыу ваҡыты тамамланып килгән ғаиләләр декабрь аҙағына тиклем кәрәкле документтарҙы тапшыра ала. Берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә һәм йыл һайын оҙайтыуҙы талап итә. Быны декабрь дауамында эшләргә мөмкин. Ғариза 10 эш көнө эсендә ҡарала. Ваҡытында оҙайтылған ваҡытта пособие ғәҙәти график буйынса килә башлай. Пособиеға йәшәү минимумынан кәмерәк килеме булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Ғаризаларҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, Күп фунциялы үҙәктәр йәки Социаль фонд бүлексәләре аша тапшырырға мөмкин. Пособие банк аша айҙың 3-сө көнөндә, ә почта аша 1-нән 25-нә тиклем килә. Бөгөн берҙәм пособие республикала 300 меңдән ашыу балаға түләнә. Был маҡсатта йыл башынан 24 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Фәнил Вахитов, Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ