Стәрлетамаҡ студенттары мәктәптәр өсөн онлайн-платформа уйлап тапҡан

«Электрон мәктәп»кә теләгән һәр уҡытыусы теркәлә ала. Унда барлыҡ фәндәр буйынса тест һәм ижади һорауҙар, төрлө эштәр ҡуйылған. Һынауҙы үткән уҡыусыларға бонус - кирбес бирелә. Уларҙан өй йәки башҡа төрлө бина һалып виртуаль ҡаласыҡ төҙөргә мөмкин. Был уҡытыу системаһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары уйлап сығарған. Программаны камиллаштырыу дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ