Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. - Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең геройҙар-Ватан һаҡсылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. "Башҡортостан" полкы, исемле батальондар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, мобилизация буйынса алыныусылар һәр көн батырлыҡ күрһәтә. Командование Башҡортостан һалдаттарына юғары баһа бирә. Республиканың хеҙмәт фронты бар. Халыҡ - хәрбиҙәр өсөн ныҡлы һәм ышаныслы тыл. Беҙ Рәсәй, балаларыбыҙ киләсәге өсөн алышабыҙ һәм хеҙмәт итәбеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, изгелек һәм именлек теләйем, - тине Радий Хәбиров.







