Киләһе йыл Башҡортостан колледждары нигеҙендә алты яңы мәғариф кластеры барлыҡҡа киләсәк

Ошо маҡсатта федераль субсидия бүленә. Был турала Радий Хәбиров урта махсус һөнәри белем биреү буйынса Республика Советы ултырышында билдәләне. Рәсәй президенты тарафынан тармаҡҡа алдағы биш йылда эшсе һөнәрҙәр буйынса миллион белгес әҙерләү бурысы тора. Был йәһәттән республика колледждар һәм студенттар һаны буйынса илдә иң ҙуры иҫәбендә.

Дипломлы белгестәргә ихтыяж юғары, мәшғүллек кимәле 80 проценттан ашыу. Төбәк етәксеһе күрһәткесте нығытыу йүнәлешендә әүҙем эшләргә, республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына таянып, эш биреүселәрҙең аныҡ заказы буйынса кадрҙар әҙерләү мөһимлеген белдерҙе. «Профессионалитет» федераль проекты был бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә.

Совет ултырышы Өфөнөң күп профилле колледжында уҙғарылды. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы тап «Профессионалитет» проекты буйынса нығытылған. Радий Хәбиров колледждың инфраструктураһы менән танышҡандан һуң урта махсус һөнәри белем биреү системаһының иң яҡшы уҡытыусылары һәм производство уҡытыуы оҫталарына 690-ар мең һум күләмендә исемле сертификаттар тапшырҙы. Уңышлы эшләгән колледждар 30-ар һәм 1-әр миллион һумлыҡ гранттар алды. Финанс ярҙам уҡытыу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ